top of page

МЕТОДИЧЕСКОЕ  ПОРТФОЛИО

 

 

МИН-УҠЫТЫУСЫ!

ЭССЕ

                                                                                                   Уҡытыусы!

                                                                                  Ошо исемдән дә

                                                                           Артығыраҡ ниндәй исем бар?!

                                                                                                      Рауил Шаммас

   Ер шарында ниндәй генә һөнәр юҡ. Заман үҫешкән һайын яңы-яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә. Һәр кеше үҙенә иң яҡынын һайлап ала. Әммә шулар араһында иң бөйөк һөнәр – уҡытыусы!  Уҡытыусы – балалар күңеленә белем нуры һалыусы, тормош диңгеҙендә дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе ул. Бөйөк педагог Ян Амос Коменский: “Был донъяла уҡытыусы хеҙмәтенән дә өҫтөн нәмә юҡ...” – тигән.

   Мин балаларға белем орлоҡтарын сәсеүсе ябай уҡытыусы. Бына 25 йыл мәктәптә эшләйем. Уҡытыу эшмәкәрлегенең 19 йылы Октябрьский ҡалаһының 4-се башҡорт гимназияһында үтте. Был минең яҙмышым, шатлығым һәм ғүмерем. Мине ошо һөнәрҙе һайларға ниндәй көс этәрҙе һуң?

   Уйҙарым  бала сағыма, тыуған ауылыма алып ҡайтты. Йәйен Сөн буйында көн һайын һыу инеп, туғайҙарҙа еләк-емеш йыйып, ә ҡышын, өйгә ҡайтырға ла онотоп,  тау шыуып, уйнап-көлөп үтте бала сағым. Башланғыс белемде  ауыл мәктәбендә алдым. Мәктәптә уҡығанда уҡ мин уҡытыусы булырға хыялландым. Күңелемә нур һалған, әсә теленә һөйөү уятҡан йәш кенә башланғыс класс уҡытыусыһы Роза Мәсәбих ҡыҙы булды. Ул беҙгә әкиәттәр һөйләп, моңло итеп йырлап беҙҙең күңелдәргә изгелек нурҙарын сәсте. Дәрестәрҙе көтөп алып, уҡытыусы апайымдың  һәр һүҙен, һәр хәрәкәтен отоп алырға тырыша инем. Бына шулай уҡытыусы булырға  хыялым көндән-көн артҡандан-арта барҙы.

     Уҡытыусы…Ошо исем менән

     Күҙ алдына килә яҡтылыҡ.

     Күҙ алдына килә парта,

     Таҡта, хата, аҡбур,

     Ә күңеле һибә яҡтылыҡ.

   Дөрөҫ әйтелгән был шиғырҙа, уҡытыусы булыр өсөн уҡытыусы булып тыуырға кәрәк. Мин был фекер менән килешәм. Бөтә кеше лә уҡытыусы була алмай, сөнки уҡытыусы булыу өсөн йылылыҡ, сабырлыҡ кәрәк. Ә иң мөһиме – балаларҙы ихлас һөйөү.

   Минең уйҙарымды ҡыңғырау сыңы туҡтатты. Хәҙер дәресем башлана. Ҡыңғырау тауышы шундай нәфис, күңелдәрҙе нур менән арбай, өмөт бирә, ышаныс ҡалдыра…Һәр көнөм ошо ҡыңғырау менән башланыуға ҡыуанам. Ҡанатһыҙ балаларҙы ҡанатландырыу, юғары осоштарға әйҙәү һәм оҙатыу, тормош дәрестәре биреү, туған тел, милләт, ил яҙмышына битараф булмаған, ере, халҡы менән ғорурланған быуын тәрбиәләү, йәмғиәтебеҙ ҙур үҙгәрештәр кисергәндә милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы тергеҙеү, баланы башҡорт халҡының вәкиле булараҡ шәхес итеп формалаштырыу минең эшемдең мәғәнәһе булып тора.

   Мин башҡорт теле һәм әҙәбиәте өлкәһендә эшләүсе профессор, ғалим, методистарыбыҙ Х. А. Толомбаев, Ғ.С. Ҡунафин, Ә.Т. Мәүлиәрова, З.М. Ғәбитова, Ф. Х. Хисаметдинова, М.Ғ. Усманова, В.И. Хажин, Ә.Х. Вилданов, Д.С. Тикеев, Б.Б. Ғафаров, М.М. Нәбиуллина, М.С. Дәүләтшина һәм башҡаларҙың хеҙмәттәренә, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында алдынғы уҡытыусыларҙың даими яҡтыртылған эш тәжрибәһенә таянып эшләйем.

   Йәштәрҙең күңелен Аҡмулла рухы менән арбап, халҡына хаж ҡылыусы, изгелек орлоҡтары сәсеүсе ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Мин дә шулар араһында. Үҙемдең дәрестәремдә балаларҙы башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары менән таныштырам, шиғырҙарҙы тасуири уҡырға, иншалар яҙырға, тексҡа лингвистик анализ эшләргә өйрәтәм.  Әҙәбиәт дәрестәрендә проектлау, проблемалы уҡытыу технологияларын ҡулланам. Был заманса технологиялар уҡыусыларҙы эҙләнеүгә, ижади эшмәкәрлеккә ылыҡтыра.         Шулай уҡ дәрестәрҙә информацион-коммуникацион технологияларҙы ҡулланам. Һәр  бала күңеле – аҡ ҡағыҙ бите ул. Унда нимә яҙыу уҡытыусынан тора. Мин ошо нескә күңелдәргә башҡорт рухын, илһөйәрлек хисен һеңдерергә тырышам.

     М.Кәрим әйтмешләй, күкрәгемдән ҡоштар осорам, башҡортомдоң тоғро ҡошон – изгелек торналарын осорам. Ораным да бар минең - еремде, телемде, халҡымды һатмау.

     Минең оран яңы оран түгел,

     Ул бит Салауаттың ораны,

     Ул Бабичтың илгә һуңғы һүҙе,

     Ул бит Вәлидиҙең фарманы.

   Салауаттың, Бабичтың, Рәмиҙең, Вәлидиҙең аманат – фарманына тоғро булыу – минең йәшәү рәүешем.

   Ҡыңғырыу сыңы яңғыраны. Юғарыла һаналған маҡсаттарҙы дәрестәрҙә бойомға ашырғаныма күңелем ҡыуана, балалар рәхмәт белдерә. Ә уҡытыусы өсөн иң ҙур маҡтау – уҡыусыларҙың рәхмәте, уңышы, ихтирамы.

     Шулай тип уйлай-уйлай көн һайын мәктәпкә ашҡынам...

bottom of page